Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
19 Март 2020, 10:56

“Йәшел ҡалҡан” һаҡлауға мохтаж

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Илдең киң мәғлүмәт саралары Себер урмандарында янғындар теркәлеүе хаҡында хәбәр итә башланы. Статистика мәғлүмәттәренә күҙ һалһаҡ, “йәшел ҡалҡан”дың яныуына яҡынса ун процент тирәһе кеше үҙе ғәйепле.
Ошондай афәтте булдырмау һәммәбеҙгә бәйле. Тап ошо маҡсатта күптән түгел Өфө урман хужалығы техникумында белемде камиллаштырыу курсы уҙҙы. Уларҙа Урмансылыҡтарға идара итеү идаралығының һәм республика урман хужалыҡтарының 49 вәкиле ғилем эстәне. Уларға “Урман хужалығы” бүлексәһе уҡытыусылары һәм министрлыҡтар, Урман янғындарын иҫкәртеү һәм һүндереү үҙәге, Урмансылыҡтарға идара итеү идаралыҡтары белгестәре лекциялар уҡыны, тип хәбәр итә республиканың Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Курс тамамланғас, министрлыҡ ҡарамағындағы ойошмалар белгестәренә “Урман янғындарын һүндереү етәксеһе” программаһы буйынса белемде камиллаштырыу тураһында танытмалар тапшырылды.
Былар барыһы ла ил Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйған “Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты сиктәрендә мөмкин булды.
Фото: БР Урман хужалығы министрлығы.
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас: