Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
19 Март 2020, 10:51

Һөт биҙендәге ямаш шешкә ике операция яһалды

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Стәрлетамаҡтағы 1-се ҡала клиник дауаханаһының онкология бүлексәһе базаһында хирургия буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрелде.
Бындай оҫталыҡ дәресе үтә мөһим. “Һөт биҙендәге яман шеш осраҡтарында радикаль мастэктомия” темаһына уҙғарылған тәжрибә уртаҡлашыуға Республика онкология диспансерының маммология бүлексәһе мөдире, юғары категориялы онколог Марат Ғәлиев үҙе килде.
Сара барышында ике радикаль операция ҙур уңыш менән үтте. Марат Ғәлиев дауахананың онкология бүлексәһендә халыҡҡа юғары сифатлы медицина ярҙамы күрһәтелеүен билдәләне. Табиптар әйтеүенсә, бындай теоретик һәм хирургик тәжрибә майҙансыҡтары бик файҙалы.
”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, кадрҙарҙың белемен камиллаштырыу, һөнәри кимәлен арттырыу - көн ҡаҙағында торған мәсьәләләрҙең береһе.
Фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: