Йәнтөйәк
-4 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
18 Март 2020, 11:15

Әлшәйҙә урман "яна"

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

"Башҡортостан Урман хужалығы министрлығының урман янғындарына бәйле ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеүгә йүнәлтелгән эшенә ярашлы, 11 марттан 10 апрелгә тиклем Әбйәлил, Әлшәй, Асҡын, Күгәрсен, Салауат урмансылыҡтары биләмәләрендә янғын һүндереү буйынса төбәк күнекмәләре планлаштырылған.
Ошоға бәйле Әлшәй районында янғын һүндереү буйынса тәүге күнекмә уҙҙы. Уны ойоштороу урыны итеп Аксенов ауылына яҡын урынлашҡан участка урмансылығының 142-се кварталын һайлағандар. Күнекмә планы буйынса, көндөҙгө сәғәт 11-ҙә 0,2 гектар майҙанда "янғын сығыуы" асыҡлана. Был хаҡта мәғлүмәт Әлшәй урмансылығына һәм Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығының төбәк диспетчер хеҙмәтенә хәбәр ителә. Ваҡиға урынына шунда уҡ янғын һүндереү бригадаһы сығып, тиҙ арала утты "ауыҙлыҡлауға" өлгәшә.
Янғынды һүндереүгә бөтәһе 48 кеше һәм туғыҙ берәмек техника йәлеп ителгән. Күнекмәлә Әлшәй, Бәләбәй, Иглин, Ғафури, Стәрлетамаҡ, Маҡар һәм Туймазы урман хужалыҡтары вәкилдәре ҡатнашты, шулай уҡ "Башҡортостан Республикаһының урман янғындарын иҫкәртеү һәм һүндереү үҙәге" дәүләт бюджет учреждениеһының "Бәләбәй" 2-се төр урман янғыны станцияһының Шафран участкаһы, Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш министрлығының 62-се янғын часы көстәре һәм техникаһы йәлеп ителде. Бөтә хеҙмәттәр ҙә ҡуйылған бурысты атҡарыуға өлгәште, был иһә урмансылыҡтарҙың әҙерлеген күрһәтте.
Әйткәндәй, ил Президенты Владимир Путиндың "май" указдары сиктәрендә тормошҡа ашырылған "Экология" милли проектының "Урмандарҙы һаҡлау" федераль проекты буйынса, быйыл республикала тағы ла 40 миллион һумға урман янғынан һүндереү техникаһы һатып алынасаҡ.
Фото: Башҡортостан Урман хужалығы министрлығынан.
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас: