Йәнтөйәк
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Баш
Рус
Тат
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
17 Март 2020, 11:05
Төбәктә бер юлы ике ФАП асылды
#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Мәсетле районында бер юл ике фельдшер-акушерлыҡ пункты файҙаланыуға тапшырылды. Бөгөн Түбәнге Бобин һәм Кесе Ыҡтамаҡ ауылдары халҡына заманса модулле ФАП-тар медицина ярҙамы күрһәтәсәк. Был ауылдар халҡы ҡыуанысын уртаҡлашырға тип район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин, уның урынбаҫарҙары, депутаттар һәм башҡа ҡунаҡтар йыйылды.
Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин ауылдарҙа яңы ФАП-тар асылыуы уңайынан сараға йыйылыусыларҙы тәбрикләп, яҡташтары исеменән Республика Башлығы Радий Хәбировҡа, Һаулыҡ һаҡлау министрлығына, төҙөүселәргә оло рәхмәтен еткерҙе.
"Беҙҙең ауылдар өсөн заманса модулле ФАП-тар асылыуы үтә лә ҡыуаныслы, хәҙер һәр кем тейешле медицина ярҙамы алыу мөмкинлегенә эйә", - тине.
Тирә-яҡты матурлап ултырған ФАП-тар заманса төҙөлөш материалдары ҡулланып эшләнгән. Халыҡ рәхәтләнеп прививка, процедура кабинеттарына йөрөй ала. Ололар өсөн дә, балалар өсөн дә махсус бүлмәләр булдырылған. Бынан тыш медицина белгестәренең айырым бүлмәһе бар. Бында халыҡҡа тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн бөтә уңайлы шарттар булдырылған. ФАП-тар яңы һәм заманса медицина ҡоролмалары менән йыһазландырылған.
Халыҡҡа тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн махсус белемле белгестәр эшкә килгән. Районда ғына түгел, хатта республикала билдәле фельдшер Марат Сальмаев ғаиләһе менән Ырымбур өлкәһенән күсеп килеп, Түбәнге Бобин ауылы халҡын хеҙмәтләндерәсәк. Белгес "Ауыл табибы" маҡсатлы программаһы сиктәрендә эшкә килгән.
Автор: Самат Ғәлин
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?