Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
17 Март 2020, 11:03

Көслөләр ярышҡа сыға

#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Республикала шәфҡәт туташтары профессиональ оҫталыҡҡа ярышҡа сыға. 16 марттан 15 майға тиклем дауам итәсәк һөнәри конкурс “2020 йылдың педиатрия участкаһының иң яҡшы шәфҡәт туташы” тип атала.
Тәүге этап 16 марттан 31 мартҡа тиклем дауам итә, кандидаттар дистанцион тест үткәреү рәүешендә һайлап алынасаҡ. Ошо этапта 100 балдан 95-те йыя алғандар икенсе этапта ҡатнашыу хоҡуғын ала. Икенсеһендә практик күнекмәләр буйынса көс һынашасаҡтар. Иң күп балл йыйған туғыҙ ҡатнашыусы өсөнсө этапҡа үткәрелә. Быныһы 20-24 апрелдә Квалификация күтәреү үҙәгендә ойошторола, өҫтәүенә ул ижади ҡараш талап итә.Темаһы көнүҙәк: “Шәфҡәт туташы – Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында”. Еңеүселәр 15 майҙа Башҡортостандың Профсоюздар йортонда билдәләнәсәк.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас в