Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
15 Март 2020, 12:42

Тейешле күрһәткестәргә ниңә өлгәшелмәгән?

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Егор Родиндың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Торлаҡ һәм инфраструктура үҫеше буйынса комитетындағы сығышы “Башҡортостан Республикаһында торлаҡ” төбәк проекты үтәлешенә арналды.
Был башланғыс “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.
"Төбәк проектын финанслауҙың дөйөм күләме былтыр 649,7 миллион һум тәшкил итте, – тине Егор Родин. – Шуның 589,5 миллион һумы федераль ҡаҙнанан ебәрелде. Бюджет сығымдарының касса үтәлеше йыллыҡ планға ҡарата 93 процент тәшкил итте. Билдәләнгән күрһәткестәргә өлгәшергә ҡамасаулаған сәбәптәр - инженер селтәрҙәре төҙөүгә финанслау күләменең кәмеүе, инвестиция әүҙемлегенең һүлпәнәйеүе, үҫешкән инженерлыҡ селтәре булған буш ер биләмәләре юҡлығы".
Дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары раҫлауынса, төбәк проекты буйынса аҡса тейешле муниципалитеттарға еткерелгән, төҙөлөш-монтаж эштәре буйынса муниципаль килешеүҙәр барлыҡ объекттар буйынса ла бар.
Фото: panoramarb.ru.
Автор: Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас: