Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
15 Март 2020, 12:44

Сәләмәт быуын - сәләмәт киләсәк

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Билдәле булыуынса, республика Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәт ултырыштарының береһендә ауыл мәктәптәрендә стоматология бүлмәһе булдырырға ҡушҡайны.
“Мәғариф” милли проекты бурыстарына ярашлы был ҡарарҙы ата-әсәләр ҙә, мәғариф тармағы коллективтары ла хуплап ҡаршы алды.
Бөгөн Баймаҡ ҡалаһының 4-се лицейында “Сәләмәт йылмайыу” программаһы буйынса теш табибы бүлмәһе асылды. Стоматология кабинеты йәш пациенттарҙы ҡабул итергә әҙер: сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн бар шарттар булдырылған. Бында ҡаланың башҡа мәктәптәренән дә уҡыусылар ҡабул ителәсәк.
Ҙурайғас та тештәрең ебәк епкә теҙелгән кеүек һоҡландырһын өсөн, уларҙы бәләкәйҙән үк хәстәрләргә кәрәк. Ә бының өсөн хәҙер республиканың мәғариф учреждениеларында мөмкинлектәргә юл асылыуы хуплауға лайыҡ.
Фото: Баймак район хакимиәте сайтынан.
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: