Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
14 Март 2020, 21:26

Умартасыларҙы ниҙәр борсой?

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Бөгөн Өфөләге “Торатау” конгресс-холында Башҡортостан умартасыларының икенсе асыҡ төбәк съезы башланды.
Сара 47-се Халыҡ-ара “Апимондия” конгресына һәм “АпиЭкспо” күргәҙмәһенә ярашлы ойошторола, тип хәбәр итә “Башинформ” агентлығы. Съезд шулай уҡ “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарын яҡлау” милли проекты ҡуйған бурыстарҙы ғәмәлгә ашырыуҙы күҙ уңында тота.
Сарала ҡатнашыусыларҙы республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов тәбрикләне. “Беҙ үҫешкә табан юл алдыҡ. Былтыр алты мең тонна бал алынды. 2019 йылда Башҡортостан аграрийҙары үҙ продукцияһын донъяның 20 иленә һатыуға өлгәште. Был даирәне тағы ла киңәйтергә кәрәк, әммә быны урында ла, Рәсәй кимәлендә лә ҙур көнәркәшлек шарттарында башҡарырға тура килеүен аңларға тейешбеҙ”, - тине етәксе.
Ул шулай уҡ беҙҙең “Алтын Солоҡ” заказнигында етештерелгән урта рус бал ҡортона ҡарата ҡыҙыҡһыныу артыуын билдәләне. Былтыр саф тоҡомло 300 бал ҡорто ғаиләһе алынған, был проект менән ике умартасы шөғөлләнгән. Быйыл әлеге эшкә тотонорға 30 ҡортсо теләк белдергән.
Илшат Фәзрахманов үҙ сығышында лаборатория системаһының үҫешеүен дә билдәләне. Мәҫәлән, былтыр хужалыҡтарҙа мобиль лаборатория белгестәре булып, бал ҡортоноң төрлө ауырыуҙарын асыҡлау йәһәтенән ҡортсоларға ғәмәли ярҙам күрһәткән. “Был башланғыс һөҙөмтәле булды, ул быйыл да дауам итәсәк”, - тине министр.
Умартасылар үҙҙәрен борсоған көнүҙәк мәсьәләләр – йүкә урмандарын һаҡлау, бал ҡорттарын пестицидтарҙан ҡурсалау буйынса фекер алыша, бал етештереү, һатыу буйынса тәжрибәһе менән уртаҡлаша. Фойела умартасылыҡ кәрәк-яраҡтары күргәҙмәһе һәм бал конкурсы ойошторолған.
Иртәгә, 15 мартта, ҡортсолар урындағы урман бал ҡортон һаҡлау һәм үрсетеү, “Алтын Солоҡ” программаһының тормошҡа ашырылыу үҙенсәлектәре тураһында һөйләшәсәк.
Фото: Розалия Вәлеева.
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: