Башҡортостан компаниялары вәкилдәре эшҡыуарлыҡ миссияһы менән Монголияның баш ҡалаһы Улан-Баторға юлланғайны.
Республикабыҙ делегацияһы вәкилдәре үҙенең ситтәге саралар программаһын маҡтаулы миссия – Зайсан-Толгой ҡалҡыулығындағы мемориаль комплексҡа сәскә һалыуҙан башланы. Был мемориал 1939 йылдағы Монголия һәм Япония араһындағы хәрби бәрелеш ваҡытында Халхин-Гол йылғаһы буйындағы яуҙарҙа һәм Икенсе донъя һуғышында һәләк булған совет яугирҙәре иҫтәлегенә 1979 йылда асылған. Композиция уртаһында – Еңеү байрағын юғары күтәргән совет һалдаты. Скульптура стилләштерелгән традицион усаҡ – монголдарҙың йәшәү билдәһе – менән уратып алынған. Тап уны Ҡыҙыл Армия һалдаты һаҡлаған. Ә ҡалҡыулыҡҡа күтәрелгән урындағы стелала “Совет һалдаттары тураһындағы хәтер күк йөҙөндәге ҡояш кеүек мәңгелек, ерҙәге ут кеүек изге” тигән һүҙҙәр уйып яҙылған.
Эшлекле сәфәр сиктәрендә Башҡортостан делегацияһы Рәсәйҙең Монголиялағы сауҙа вәкиле Максим Васильев менән осрашты. “Башҡортостанда етештерелгән тауарҙарҙы Монголия баҙарына ташыуҙың киләсәге бар, – тине ул һәм компанияларҙың эшлекле әүҙемлегенә ярҙам итеү хаҡында әйтте. – Рәсәй продукцияһы бында яҡшы баһалана, шуға мөнәсәбәттәрҙең үҫеш мөмкинлеге ҙур”.
Эшҡыуарлыҡ миссияһында ҡатнашыусылар Улан-Баторҙа 25-тән ашыу эшлекле һөйләшеү үткәрҙе. Бигерәк тә беҙҙең аграр сәнәғәт продукцияһы һәм балалар аяҡ кейеме ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Аяҡ кейеме фабрикалары, сауҙа селтәрҙәре һәм төҙөлөш ойошмалары хеҙмәттәшлек итеү теләген белдерҙе.
Эшҡыуарҙар делегацияһына ағас-полимер композит, Интернет аша домофон менән ситтән бәйләнеш булдырыу ҡоролмаларын, елем һәм резина ҡушымталарын эшләү, балалар аяҡ кейемдәре һәм аграр сәнәғәт аҙыҡ-түлеген етештереү менән шөғөлләнгән биш компания ингәйне. Был эшлекле сәфәр Башҡортостандың Экспортҡа ярҙам итеү үҙәге тарафынан республиканың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр дәүләт комитеты ярҙамында “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли һәм “Башҡортостан Республикаһында экспорт үҫеше” төбәк проекттарын тормошҡа ашырыу сиктәрендә мөмкин булды.
Фото: БР Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты.