Йәнтөйәк
0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
13 Март 2020, 11:13

“Ҡариҙел үләндәре” тән һәм йән сихәте өләшә

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Был ниәт 2018 йылда тыуа. “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты нигеҙендә Ҡариҙел районының Ҡортлокүл ауылындағы фермер хужалығы башлығы Илгиз Исламов башҡа бер нисә эшҡыуар менән берләшеп, “Ҡариҙел үләндәре” ҡулланыусылар кооперативын ойоштора. Ул шифалы үләндәр йыйыу, киптереү, ҡаптарға тултырыу менән шөғөлләнә.
Күп тә үтмәй кооператив дәүләт ярҙамы программаһында ҡатнашып, ике миллион һумлыҡ грант ота. Был аҡсаға ике киптергес, турағыс һәм бүтән ҡорамалдар һатып алына. Әле бында 26 төрлө үлән йыялар. “Ҡариҙел үләндәре” тигән бренд аҫтында улар Өфө, Бөрө ҡалаларындағы магазиндарға, район сауҙа селтәрҙәренә сығарыла.
Кооператив төрлө үләндәрҙе бергә ҡушыу һәм төрөү өсөн ҡорамалдар һатып алырға ниәтләй. Үлән сәйҙәрен шулай уҡ фильтр-пакеттарҙа сығарыу күҙаллана.
Әйткәндәй, һуңғы ике йылда килемде арттырыуға булышлыҡ иткән проекттар нигеҙендә республикала 224 ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы төҙөлгән. Башҡортостан ҡаҙнаһынан 600 миллион һумлыҡ ярҙам күрһәтелгән.
Фото: zdorovnik.com
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас: