“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты нигеҙендә республикабыҙҙа “Йүнселлек эшмәкәрлеген алып барыу шарттарын яҡшыртыу” төбәк проекты уңышлы тормошҡа ашырыла.
Урындарҙа үҙ кәсебен йәйелдергәндәргә төрлө яҡлап булышлыҡ итеү менән бер рәттән, район-ҡала хакимиәттәрендә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үткәреү ҙә ыңғай һөҙөмтә бирә.
Ошо көндәрҙә Учалы районы хакимиәтендә эшҡыуарҙар менән осрашыу “тура диалог” форматында ойошторолдо. Сарала хакимиәт башлығы Руслан Ғиләзетдинов, уның ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Алмас Рәхмәтуллин, ветстанция начальнигы Рәдис Таһиров һәм хакимиәттең башҡа бүлектәре етәкселәре ҡатнашты.
“Инвестсәғәт”тә дүрт фермерҙың агросәнәғәт комплексы өлкәһендәге проекттары ҡаралды. Башлап эшкә тотонған йүнселдәр “Агростартап” крәҫтиән (фермер) хужалығын ойоштороу һәм үҫтереү проекты” программаһында ҡатнашып, грант алырға ниәт итә. Ә инде тәжрибә туплағандары ғаилә малсылыҡ фермаһын үҫтереү маҡсатында дәүләт ярҙамына дәғүә итәсәген белдерҙе.
Руслан Ғиләзетдинов яуаплы кешеләргә эшҡыуарҙарға төрлө яҡлап, шул иҫәптән талап ителгән документтарҙы тултырыуҙа, финанс ярҙамы алыуҙа булышлыҡ итергә ҡушты.
Фото Учалы районы хакимиәте сайтынан.