Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
9 Март 2020, 01:24

Николай Валуев: "Өфөгә хәҙер йыш киләсәкмен"

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Өфөләге республика спорт әҙерлеге үҙәгендә Николай Валуев исемендәге бокс буйынса олимпия резервының спорт мәктәбе асылды.
Тантанаға билдәле спортсы үҙе лә килде. Ул республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров менән бергә бокс буйынса яңы залды асыу тантанаһында ҡатнашты.
Ҙур бинала өс бокс рингы урынлашҡан. Хәҙер унда республиканың бар спортсылары шөғөлләнә ала.
“Көрәш юлдары тигеҙ генә түгел. Был - тәү сиратта холоҡтар алышы. Ул иһә сыныҡтыра һәм тормоштоң һәр өлкәһендә ышаныс бирә”, - тине Николай Валуев, йәш спортсыларға мөрәжәғәт итеп. Гүзәл зат вәкилдәрен иһә ул Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ҡотланы.
Олимпия резервы мәктәбендә республика, ил кимәлендәге ярыштарҙы үткәреү өсөн майҙансыҡ бар. Унда “Бокс көнө” турниры уҙғарылып, Башҡортостан һәм Ырымбур спортсылары көс һынашты.
Николай Валуев һүҙҙәренсә, хәҙер ул Өфөгә йыш киләсәк, хатта баш ҡалабыҙға үҙ командаһынан тренер ебәрәсәк.
Халыҡты сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырған ошоноң кеүек барлыҡ саралар Президент Владимир Путин тарафынан раҫланған “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” проектына ярашлы ойошторола.
Фото: gtrk.ru.
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас в