Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
7 Март 2020, 21:09

Йәштәр нимәгә таяна?

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

"Халыҡтың тормош кимәлен, белем сифатын яҡшыртыу, һаулыҡ һаҡлауға иғтибарҙы арттырыу, шулай уҡ ғаиләләрҙе ярҙамдан өҙмәү, фәҡирлеккә юл ҡуймау – өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе", – тине Рәсәй Президенты Владимир Путин.
Ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырыу юлында “Фән” милли проектына ла ныҡлы иғтибар бүленә. Уға ярашлы, мәҫәлән, ҙур сығымдар йүнәлтеп, дәүләт йәш ғалимдарҙы арттырыу, уларҙың белемен камиллаштырыу бурысын алған. 2024 йылға хәтлем ғилми һәм ғилми-педагогик кадрҙарҙы үҫтереү программаһы буйынса ете мең грант бүлеү планлаштырылған.
Социология фәндәре кандидаты Гөлнәзирә Хәйруллина билдәләүенсә, иғтибар булғас, алға китеш бар. Ул бынан бер нисә йыл элек грант отҡан, быйыл сираттағыһына заявка биргән. Әгәр ҙә һәр эшкә яуаплы ҡараһаң, заман һулышын тойоп эшләһәң, хыялыңды маҡсатҡа әйләндереү һис тә ауыр түгел.
"Федераль милли проекттар Рәсәйҙе һәр йәһәттән үҫтереү өсөн көслө этәргес буласаҡ", – ти йәш ғалим Марс Тимерханов та.
.
Фото: Strategy24.ru
Автор: Илдар Акьюлов
Читайте нас: