Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
7 Март 2020, 21:02

Өфөгә Николай Валуев килә

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан баш ҡалабыҙға илебеҙҙең иң көслө ир-егеттәренең береһе Николай Валуев киләсәк. Тағы исемдәре Рәсәйҙә киң билдәле көслө зат вәкилдәре түбәндәге сараның маҡтаулы ҡунаҡтары буласаҡ.
Өфөләге Республика спорт әҙерлеге үҙәгендә “Бокс көнө” асыҡ республика турнирын асыу тантанаһында Рәсәй сәйәсмәне һәм боксеры Николай Валуев, Олимпия уйындары чемпионы Шамил Сабиров, Рәсәй Бокс федерацияһының чемпиондар советы рәйесе урынбаҫары Әхмәтхан Әдилов ҡатнашасаҡ.
Ил Президенты Владимир Путин тарафынан раҫланған “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” проектына ярашлы, "Бокс көнө” асыҡ республика турниры бокс үҫешен пропагандалау, популярлаштырыу маҡсатында ойошторола. Ярыштарҙа Башҡортостандан һәм Ырымбур өлкәһенән 10 - 40 йәшлек спортсылар үҙ көсөн һынаясаҡ.
Ошо уҡ көндө Николай Валуев исемендәге бокс буйынса олимпия резервындағы спорт мәктәбенең тантаналы асылыуы көтөлә.
Фото:tv.ua.
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас в