Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
7 Март 2020, 21:05

Үҙ “Арбат”ыбыҙ буласаҡ

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Мәскәүҙә - Арбат, Ҡазанда - Бауман... Ҡасан беҙҙә лә йәйәүләп кенә йөрөй торған урам барлыҡҡа килер? Ошондай уйҙар күптәрҙе борсойҙыр. Уңайлы булыуҙан тыш, ундай урамдарҙың үҙенсәлеге шунда: бында музыканттар ҙа, рәссамдар ҙа рәхәтләнеп ижад итә, ә ҡала халҡы һәм ҡунаҡтар ял ваҡытын уҙғара аласаҡ.
Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин хәбәр итеүенсә, баш ҡаланың үҙәк урамдарының береһен тулыһынса йәйәүле итергә ҡарар иткәндәр. Әлегә һайлау Октябрь революцияһы урамы файҙаһына, әммә был тәҡдимгә ҡаршы сығыусылар ҙа табылған – ҡайһы берҙәр үҙгәрештәрҙән һуң транспорт тығындары булыр тип хәүефләнә.
“Башинформ”дың директорҙар советы рәйесе Ростислав Мырҙағолов был хәлгә асыҡлыҡ индерҙе.
“Автомобилдәр өсөн бер яҡлы хәрәкәт асыласаҡ. Был юҫыҡта белгестәр трафикты алдан уйлап, иҫәпләп сығарып ҡуйған. Октябрь революцияһы урамы йәйәүлегә әйләнгән хәлдә лә, транспорт хәрәкәте әллә ни үҙгәрмәйәсәк”, – тине ул.
Октябрь революцияһы Ленин һәм Цюрупа урамдары, "Каруанһарай" сауҙа үҙәге янында урынлашҡан, ҡала китапханаһы, БДПУ-ның уҡыу корпустары кеүек йорттарҙы ла үҙ эсенә алған. Әйткәндәй, был урындың үҙенә генә хас мөхите бар, сөнки биналарҙың бөтәһе лә тиерлек - архитектура ҡомартҡылары.
"Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проектының маҡсаттарын һүрәтләгән "ҡала мөхите уңайлылыҡтарына кардиналь үҙгәрештәр индереү" тигән юлдар бар. Өфөлә йәйәү йөрөү өсөн махсус урам баш ҡала халҡына ваҡытын ҡыҙыҡлы уҙғарыу, ә ситтән килгән туристарҙың иғтибарын йәлеп итерлек үҙенсәлекле иҫтәлекле урын буласаҡ.
Фото: yandex.ru
Автор: Айгөл Ғәбитова
Читайте нас: