Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
5 Март 2020, 11:16

Һөт эскән бала - сәләмәт бала

#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан

Республика Башлығы ҡарары менән Башҡортостанда һөт кухнялары ҡайтанан асыла. Күптән түгел Сибай ҡалаһында һөт таратыу пункты асылыуы тураһында хәбәр иткәйнек. Бөгөн ҡалала һөт фабрикаһы - һөт ризыҡтары етештереү кухняһы асылды. Был эш “Демография” милли проектының “Башҡортостан Республикаһында граждандарҙы сәләмәт тормош рәүешенә, шул иҫәптән, сәләмәт туҡланыуға һәм насар ғәҙәттәрҙән арындырыуға йәлеп итеү системаһын формалаштырыу” төбәк проекты буйынса тормошҡа ашырыла.
“Һөт ризыҡтары” Башҡортостан Республикаһының дәүләт автономлы учреждениеһы ҡарамағындағы фабрика Сибай ҡалаһы һәм Урал аръяғы райондарынан 876 кешене хеҙмәтләндерәсәк. Ошоға тиклем балаларға Белорет ҡалаһында етештерелгән һөт ризыҡтары тапшырылһа, хәҙер яңы асылған фабрика-кухняла сифатлы аҙыҡ-түлек етештереләсәк.
Билдәле булыуынса, яңы объект өр-яңынан төҙөлдө. Төҙөлөш өсөн ер участкаһы бүленде, модулле бина хасил булды, етештереү ҡеүәтен арттырыу өсөн төрлө ҡорамалдар һатып алынды. Әлегә ҡоро бина ғына сафҡа инһә, көндәр йылыныу менән фабрика биләмәһе лә төҙөкләндереләсәк. Бында хәҙер тәүлегенә 5 тоннаға тиклем һөт эшкәртеү ҡарала. Йылына ул 1,5 миллион порция етештереү ҡеүәтенә эйә, шулай уҡ 25 эш урыны булдырылған.
Яңы объектты асыу тантанаһында Башҡортостан Республикаһының сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе Алексей Гусев, “Һөт ризыҡтары” учреждениеһы директоры Эльдар Сәйғәфәров һәм Сибай ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов ҡатнашты.
Эльдар Сәйғәфәров белдереүенсә, фабрика өсөн һатып алынған ҡорамалдар заманса талаптарға яуап бирә, уларҙың һәр ҡайһыһы сифатлы аҙыҡ етештереүгә көйләнгән. Һөт фабрикаһы сабыйҙар туҡланыуында мотлаҡ булырға тейешле һөт, ҡатыҡ һәм йогурт сығара башлаясаҡ.
Бөгөнгө көндә ҡалала һөт ризыҡтары таратыусы 3 пункт эшләй, Ленин урамының 44-се йортондағы дарыуханала киптерелгән һөт һәм бутҡалар таратыла. Һөт кухняһы ризыҡтары менән уртаса килем йәшәү минимумынан кәм тәшкил иткән ғаиләләрҙә үҫкән алты айҙан өс йәшкә тиклемге балалар бушлай тәьмин ителәсәк. Был исемлектә - ҡоро һәм махсус ҡатнашмалар, ҡоро бутҡалар, һөт аҙыҡтары.
Үрҙә телгә алынған эштәр барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май Указына ярашлы, “Демография” милли проекты сиктәрендә башҡарыла. Был документ әсәлекте һәм балалыҡты яҡлау, граждандарҙың ғүмерен оҙайтыу йәһәтенән башҡарылған эштәрҙең һөҙөмтәлелеген күтәреүгә йүнәлтелгән.
Фото: Гөлдәр Ҡадаева.
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: