Йәнтөйәк
+18 °С
Облачно
Антитеррор
Милли проекттар
4 Марта 2020, 06:15

Стоматология кабинеты асылды

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Учалыла йыл башынан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тәҡдим иткән "Юғарыға ос!" мәғариф проекты уңышлы тормошҡа ашырыла.
Ул “Иркен һөйләш!”, “Интерактив башҡортса”, “Спорт менән дуҫ бул”, “Шахмат уйнарға өйрән!” модулдәренән тора.
Ошо көндәрҙә ҡаланың 3-сө лицейында йәш быуындың һаулығын хәстәрләүҙе маҡсат итеп ҡуйған “Сәләмәт йылмайыу” модуле ғәмәлгә инде – учреждениела яңы стоматология кабинеты асылды.
Беренсе пациенттар - 10-сы класс уҡыусылары заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған иркен һәм яҡты кабинетты, медицина хеҙмәткәрҙәренең йылы мөнәсәбәтен баһалай алды.
"Балаларға бер ҡайҙа ла барырға кәрәкмәй, бында бик яҡшы ҡорамал ҡуйылған һәм беҙ, әлбиттә, дауалауҙан тыш, иҫкәртеүгә лә ҙур иғтибар бүләсәкбеҙ", — тиҙәр кабинет хеҙмәткәрҙәре.
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты ла тәү сиратта балаларҙың һаулығын хәстәрләүҙе маҡсат итеп ҡуя, сөнки илдең киләсәге сәләмәт быуынға бәйле.
Фото: Учалы районы хакимиәте сайтынан.
Автор: Римма Султанова
Читайте нас