Йәнтөйәк
+17 °С
Облачно
Антитеррор
Милли проекттар
23 Февраля 2020, 13:11

Татырүҙәктә- мал һуйыу цехы

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Билдәле булыуынса, Таможня союзының техник регламенттарына ярашлы, һатыуға сығарыла торған малды шәхси хужалыҡтарҙа һуйыу тыйыла.
Шулай уҡ уҡ “Меркурий” системаһында теркәлеү, малдарҙы идентификациялау һәм башҡа талаптар ауыл ерендә малсылыҡ менән шөғөлләнгән эшҡыуарҙарҙы урында мал һуйыу пункты асыуға этәрә.
Хәйбулла районының Татырүҙәк ауылында модулле мал һуйыу цехы асылды. Эшҡыуар Урал Закировтың хужалығында асылған цех- районда икенсе. Яңы төҙөлгән объект яҡын-тирәләге ауыл кешеләренә генә түгел, күрше Йылайыр районы, хатта Ырымбур өлкәһе халҡына ла йылҡы, эре һәм ваҡ малды һуйыу, итте һаҡлау, эшкәртеү кеүек хеҙмәттәр күрһәтәсәк.
Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ ҡылыу” милли проекты биш федераль проекттан тора: “Эшҡыуарлыҡты алып барыу шарттарын яҡшыртыу”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын финанс ресурстарға, шул иҫәптән ташламалы финанслауға индереү юлдарын киңәйтеү”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү”, “Фермерҙарға ярҙам итеү системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү”, “Эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу”.
Фото: Хәйбулла районы хакимиәте сайтынан.
Автор: Карима Усманова
Читайте нас