“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты нигеҙендә республикабыҙҙа “Йүнселлек эшмәкәрлеген алып барыу шарттарын яҡшыртыу” төбәк проекты уңышлы тормошҡа ашырыла.
Урындарҙа үҙ кәсебен йәйелдергәндәргә төрлө яҡлап булышлыҡ итеү менән бер рәттән, район-ҡала хакимиәттәрендә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үткәреү ҙә ыңғай һөҙөмтә бирә.
Ошо көндәрҙә Учалы районы хакимиәтендә уҙғарылған “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә өс инвестиция проекты ҡаралды.
Уларҙың береһе “Техноплекс” заводы билмәһендәге экструзион пенополистирол етештереү һыҙатын модернизациялауға ҡағыла. Проект етештереү майҙаны ҡеүәтен үҫтереүҙе күҙаллай. Кәңәшмәлә ошо мәсьәлә менән республика “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”нә сығырға ҡарар ителде.
Кәңәшмәлә шулай уҡ “Боҙ аренаһы” эргәһендә кафе, ҡунаҡхана, треннировка зонаһын үҙ эсенә берләштергән хоккеистарҙы әҙерләү үҙәге төҙөргә ниәтләгән эшҡыуарҙың мөрәжәғәте тикшерелде.
Гранит ташы етештергән предприятиеһы етәксеһенең шәхси электр линиялары төҙөүҙә ярҙам һорауы ла яуапһыҙ ҡалманы.
Фото: Учалы районы хакимиәте сайтынан.