Йәнтөйәк
+19 °С
Облачно
Антитеррор
Милли проекттар
22 Февраля 2020, 16:51

Спорттан – сәләмәт тормошҡа!

#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан#ВладимирПутин

Республикала Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған спорт ярыштары бара.
Башҡорт дәүләт медицина университетының спорт комплексында бөтә стиль каратэ буйынса республика асыҡ беренселеге һәм “Комбат” халыҡ-ара хәрби алыш үткәрелә.
Ярыштарҙа Башҡортстандан һәм күрше төбәктәрҙән 250-нән ашыу спортсы ҡатнаша.
Был сараларҙың ойошторолоуы ошо спорт төрҙәренең үҫеше, киң йәйелдерелеүе, был төрҙәр буйынса шөғөлләнеүселәрҙең спорт оҫталығын арттырыу, камиллаштыроыу, иң көслө спортсыларҙы асыҡлау өсөн кәрәк. Бынан тыш, кеше ошо спорт аша сәләмәт тормош алып барыуға, спортҡа йәлеп ителә. Ә был – иң мөһиме.
Үрҙә әйтелгән ярыштар ил Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйған май указдарына ярашлы, “Демография” милли проекты һәм “Спорт – йәшәү нормаһы” проекты сиктәрендә үткәрелә.
Фото: республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы.
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас