Йәнтөйәк
+16 °С
Ясно
Антитеррор
Милли проекттар
15 Февраля 2020, 05:00

Берҙәм эшләргә кәрәк

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Бөгөнгө коллегия ултырышында республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы үҙенең былтырғы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны. Ведомство етәксеһе Урал Искәндәров үҙенең сығышында экологияны яҡшыртыуға йүнәлтелгән эштәр хаҡында һөйләне.
2019 йылдың 1 ғинуарынан республика ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең яңы системаһына күсте. Статистиканан күренеүенсә, ике миллион тоннанан ашыу ҡалдыҡ сығарылған, аҙна һайын 500 берәмектән ашыу техника эшкә ҡушылған. Был хеҙмәткә халыҡты йәлеп итеү йыл аҙағында 97 процент тәшкил иткән.
Һуңғы биш йылда һауаны бысратыусы матдәләр күләме республикала тотороҡло ҡала. Былтыр ул 930 мең тонна тәшкил иткән. Атмосфераны бысратыусы матдәләрҙе кәметеү маҡсатында 60-тан ашыу сара үткәрелгән. Төбәк дәүләт экология күҙәтеүен тормошҡа ашырыу буйынса һигеҙ меңдән ашыу сара ойошторолған. Файҙалы ҡаҙылмаларҙы законһыҙ сығарыуҙың 194, ҡалдыҡтарҙы билдәләнмәгән урынға ташыуҙың 375 осрағы теркәлгән.
Ҙур көсөргәнешкә ҡарамаҫтан, республикалағы һыу объекттарының сифаты йылдар дауамында тотороҡло ҡала. Тупраҡты һәм һыу сығанаҡтарын башлыса торлаҡ-коммуналь хужалыҡ объекттары бысрата, икенсе урында – химия предприятиелары. Өсөнсө урынды яғыулыҡ тармағы биләй. Өфөлә Ағиҙел йылғаһының ярҙарын нығытыу буйынса өсөнсө һәм дүртенсе сираттағы эштәр башҡарылды, шишмәләрҙе төҙөкләндереү буйынса райондарҙа эш ойошторолдо.
Министр былтырғы эшмәкәрлекте ыңғай баһалап, ағымдағы йылға аныҡ бурыстар билдәләне. Киләсәктә “Экология” милли проектында билдәләнгән мәсьәләләр эштең төп йүнәлеше буласаҡ, тип белдерҙе ведомство етәксеһе.
Фото: БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы.
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас