Йәнтөйәк
+24 °С
Дождь
Антитеррор
Баш
Рус
Тат
Милли проекттар
6 Февраля 2020, 06:07
Тотҡарлыҡтан һуң... баҡса асылды
#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Борай ауылында ярты йыл тотҡарлыҡтан һуң, яңы балалар баҡсаһы асылды.
Баҡса төҙөлөшө “Демография” милли проектына ярашлы, “Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект” республика программаһы нигеҙендә 2018 йылдың июнендә башланғайны. Уны былтыр августа сафҡа индерергә тейеш инеләр.
Мәғариф министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, “Йәйғор” тип аталған яңы балалар баҡсаһы 95 урынға иҫәпләнгән. Уның дөйөм майҙаны – 1390 квадрат метр. Ике ҡатлы бинала биш төркөмдө урынлаштырыу күҙаллана. Бында шулай уҡ ике айҙан өс йәшкә тиклемге балалар йөрөйәсәк ике ясле төркөмө лә буласаҡ.
Бина йылы иҙән, пандустар, хәрәкәт итеү мөмкинлеге сикләнгән кешеләр өсөн лифт менән йыһазландырылған. Баҡса биләмәһендә резина япмалы биш уйын, физкультура менән шөғөлләнеү, волейбол уйнау өсөн майҙансыҡтар бар.
Фото: buraevo.bashkortostan.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"