Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
2 Февраль 2020, 00:26

Ишмөхәмәткә күсмә ФАП килде

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Билдәле булыуынса, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Тәүге медик-санитар ярҙам системаһын үҫтереү” төбәк проектына ярашлы, республикалағы халҡы аҙ булған ауылдар күсмә фельдшер-акушерлыҡ пункттары менән тәьмин ителә.
Улар араһында Белорет, Баймаҡ, Ейәнсура, Йылайыр, Әбйәлил һәм Бөрйән райондары бар.
Ошо көндәрҙә Баймаҡ районының Ишмөхәмәт ауылына күсмә ФАП килеп, табиптар халыҡҡа диспансеризация үткәрҙе. Ауыл кешеләренең үҙ сәләмәтлелегенә битараф түгеллеге һөйөндөрҙө, тикшерелергә һәр кем теләп килде.
“Барлыҡ медицина ҡорамалдарының бер урында булыуы бигерәк уңайлы. Әгәр элек ЭКГ үтеү өсөн дә алдан яҙылып, район үҙәгенә барырға тура килһә, хәҙер барыһын да бер көндә, бер ерҙә үтеү мөмкинлеге ҙур. Күсмә ФАП-ҙың йышыраҡ килеүен теләйбеҙ”, - ти ишмөхәмәттәр.
Ауыл китапханаһы хеҙмәткәрҙәре, “Беҙ сәләмәт тормош яҡлы” проектын дауам итеп, халыҡ менән һаулыҡ һаҡлау темаһына әңгәмә ҡорҙо, яңы китаптарҙы күрһәтте. Шулай уҡ диспансеризацияның ни тиклем мөһим икәнлеге аңлатылды, ағымдағы йылда ҡайһы йылда тыуғандарҙың тикшерелеү үтәсәге әйтелде.
Фото "Читающий Баймак" сайтынан.
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: