Ағымдағы аҙнала Нефтекама ҡалаһы урамдарындағы ғәҙәти сүп-сар йәшниктәре евроконтейнерҙарға алмаштырыла башланы. Йәшел төҫтәге, ҡапҡаслы, тәгәрмәсле һауыттар ҡала ихаталарына шунда уҡ заманса төҫ бирҙе.
Евроконтейнерҙар ныҡлы пластиктан эшләнгән. Уларҙың һәр береһенә 1,2 кубометр сүп-сар һыя, сағыштырыу өсөн элекке бактарҙың һыйҙырышлығы – 0,6 кубометр. Шуға күрә бер яңы контейнер элекке икәүһен алмаштыра, тип әйтергә була.
Проектты финанслау “Дюртюлимелиоводстрой” йәмғиәте тарафынан тормошҡа ашырыла. Йәмғиәттең коммерция директоры Л.Ф. Нуғаева белдереүенсә, төбәк операторы Нефтекамала 200 самаһы евроконтейнер ҡуйырға планлаштыра. Бынан тыш, сүп-сар йыйыу майҙансыҡтарында селтәрле контейнерҙар ҙа ҡуйыла, улар пластик кеүек көнкүреш ҡалдыҡтарын айырым йыйыуға тәғәйенләнгән.
Сүп-сар бактарын заманса контейнерҙарға алмаштырыу Башҡортостанда “Экология” милли проектын уңышлы тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә.
Сығанаҡ: Нефтекаманың “Красная знамя” гәзите.
Фото: “Красная знамя” гәзите.