Милли проекттар
2 Февраля 2020, 14:34

27 миллион һум алып...

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Былтыр Башҡортостан фермерҙары дәүләттән 219 миллион һум күләмендә финанс ярҙам алған. Ә 26 крәҫтиән (фермер) хужалығына ғаилә малсылыҡ фермаһы үҫеше өсөн грант бирелгән.
Бындай мөмкинлек йүнселдәргә “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проектына ярашлы асылды.
Ишембай районынан йәш фермер Александр Привалов 27 миллион һумлыҡ грант һөҙөмтәһендә ҙур һөт-тауар фермаһы асҡан. Был хаҡта “Bash.news” сайты хәбәр итә. Үткән йыл декабрь аҙағында яңы һауыу цехы эшләй башлаған.
Әле Скворчиха ауылындағы фермала 106 һыйыр бар. Уларҙың 12-һе яңыраҡ быҙаулаған. Хужалыҡта тәүлегенә 200 литрға тиклем һөт һауып алына. Бынан тыш, халыҡҡа һарыҡ, йылҡы ите, бойҙай, һоло, кукуруз, ҡарабойҙай һәм башҡалар һатыла. Яҙға ҡарай мал һаны дүрт тапҡырға тиклем артыр тип күҙаллана.
Әйткәндәй, Александр Привалов үҙ эшмәкәрлеген 2016 йылда башлаған. Уның кәрҫтиән (фермер) хужалығы Ишембай районының Байғужа, Этҡол, Верхотор һәм Скворчиха ауылдары биләмәһендә урынлашҡан.
Фото: “Bash.news”.
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас