Киләсәгебеҙҙең дауамы булған сабыйҙарыбыҙҙың бала сағы бәхетле, имен үтергә тейеш. Бының өсөн һәр ата-әсә яуаплы. Был йәһәттән “Демография” милли проекты сиктәрендә хөкүмәтебеҙ тарафынан да күп эштәр башҡарыла, тойомло ғына ярҙам күрһәтелә. Күп бала тәрбиәләгән ғаиләләр өсөн өҫтәмә ташламалар бар, пособиелар түләнә, төрлө программалар тормошҡа ашырыла.
Ҡушкүл ауылында йәшәүсе Гөлнур һәм Рәфис Мирхәйҙәровтар ҙа дәүләт ярҙамын тойоп йәшәй. Ғаиләлә биш бала тәрбиәләнә: Ынйы — Асҡын 2-се урта мәктәбенең 5-се, Ридаль Солтанай башланғыс мәктәбенең 2-се класында уҡый. Рамазанға алты йәш, быйыл уҡырға бара. Бәләкәстәрҙән Әлфинәгә — дүрт, Наҙгөлгә бер йәш тә 4 ай.
Хөкүмәт тарафынан күрһәтелгән хәстәрлек ғаиләбеҙ өсөн ҙур ярҙам булып тора. Өсөнсө сабыйыбыҙ тыуғас, Асҡын ауылынан ер участкаһы бирҙеләр. Күп балалы ғаиләләргә тәғәйенләнгән пособиеларҙы алабыҙ. Мәҫәлән, утҡа түләгәнде кире ҡайтарыу өсөн ай һайын аҡсалата компенсация түләнә. Биш бала тәрбиәләгән өсөн “президент” пособиеһы, шулай уҡ бәләкәс ҡыҙым Наҙгөлгә ай һайын түләнә торған пособие алабыҙ. Ынйы менән Ридаль мәктәптә бушҡа ашай. Яңы йылға бирелгән республика Башлығы күстәнәстәре лә балаларға көтөлмәгән ҡыуаныс булды. Бәләкәй ауылда йәшәгәс, тормош иптәшемдең рәсми урынлашып эшләгән эш урыны юҡ. Шуға күрә хөкүмәт тарафынан күрһәтелгән ярҙам әлеге көндә ғаиләбеҙ өсөн берҙән-бер тотороҡло төп килем булып тора, — тип һөйләне Гөлнур Тимерхан ҡыҙы. Эйе, бөгөн рәсми эш урыны булмас, төрлө ерҙә эшләп аҡса табырға мәжбүр булған, пособие аҡсаһына балалар тәрбиәләгән, уҡытҡан ғаиләләргә йәшәүе еңел түгел. Шулай ҙа улар төшөнкөлөккә бирелмәй, балаларын лайыҡлы үҫтерергә тырыша. Ошоно күҙ уңында тотоп, Башҡортостан Башлығы һәм Рәсәй Президентының быйылғы Мөрәжәғәтнамәһендә төп йүнәлеш демография булып, әсәлек һәм балалыҡҡа ярҙамға арналды.