Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
30 Ғинуар 2020, 11:08

Ерҙә эшләү өсөн белем кәрәк

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан.

Кисә Башҡорт дәүләт аграр университетында «Үҫемлекселек тармағын ныҡлы үҫтереүҙең яңы технологиялары» тигән квалификация күтәреү курстары башланды. Ул агрономдар, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары етәкселәре, шулай уҡ ауыл хужалығы предприятиелары башлыҡтары өсөн тәғәйенләнгән.

- Ер илдә һәм республикалала иң ҡиммәт капитал булып ҡала, - тине республика Хөкүмәте Премьер-министры – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. - Буш ерҙәр аҙая һәм ул ҡыйбатлана бара. Мәҫәлән, республикала ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәргә ҡуртым хаҡы гектарына 15 мең һум тәшкил иткән урындар бар. Уны баһаларға һәм дөрөҫ, аҡыллы эш итергә өйрәнергә кәрәк. Илшат Илдус улы былтыр тармаҡтағы ҡаҙаныштар, алдағы биш йылда агрокомплексты үҫтереүгә йүнәлтелгән мөһим бурыстар хаҡында һөйләне.

Курстарҙа ҡатнашыусылар мал аҙығы культураларын эшкәртеү технологияһын, йыһан мониторингы һәр ерҙе аныҡ эшкәртеү өсөн навигация системалары, ауыл хужалығы машиналарын әҙерләү һәм көйләү, бөгөнгө шарттарҙа ерҙең уңдырышлылығын ҡайтарыу нескәлектәрен өйрәнәсәк.

Курстарҙа Башҡортостан, Воронеж һәм К.А. Тимирязов исемендәге Рәсәй дәүләт аграр университеттары ғалимдары, ғилми-тикшеренеү институттары белгестәре сығыш яһай.

Әйткәндәй, Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһендә: "Экспортты киңәйтеү, сит баҙарға сығыу – көнәркәшлеккә һәләтле эшҡыуарлыҡтың төп күрһәткесе", – тип билдәләне. Быны ул илдә ауыл хужалығындағы уңышыбыҙҙың яҡшы булыуы менән иҫбатланы. Мәҫәлән, былтыр үҫеш 19,4 процент булһа, экспорт 25,8 милиард доллар тәшкил иткән. Ә 2024 йылға был һан 45 миллиард долларға етергә тейеш.
Билдәле булыуынса, “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты үҙ эсенә биш федераль проектты ала - “Сәнәғәт экспорты”, “Агросәнәғәт комплексы продукцияһын экспортлау”, “Халыҡ-ара сауҙа логистикаһы”, “Хеҙмәтләндереү экспорты”, “Халыҡ-ара кооперация һәм экспортты үҫтереүҙең системалы саралары”.

Фото: БР Ауыл хужалығы министрлығы сайтынан.

Автор: Венер Исхаҡов

Читайте нас: