Билдәле булыуынса, республика Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәт ултырыштарының береһендә ауыл мәктәптәрендә стоматология бүлмәһе булдырырға ҡушҡайны.
"Мәғариф" милли проекты бурыстарына ярашлы был ҡарарҙы ата-әсәләр ҙә, мәғариф тармағы коллективтары ла хуплап ҡаршы алды.
Йылайыр районы үҙәгендәге Шәйехзада Бабич исемендәге башҡорт гимназияһында, мәҫәлән, “Сәләмәт йылмайыу” модуле буйынса теш табибы бүлмәһе асыласаҡ.
Стоматология кабинеты пациенттарҙы ҡабул итергә әҙер тиергә мөмкин. Бында теш сирҙәре менән мөрәжәғәт иткән балаларға сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн бар шарттар булдырылған. Кабинет стоматология ҡулайламаһы, автоклав, инструменттарҙы стерилләү шкафы, бактерицид камера, бүлмәне дезинфекциялау өсөн бактерицид лампа һәм башҡа кәрәк-яраҡ менән йыһазландырылған.
Ҙурайғас та тештәрең ебәк епкә теҙелгән кеүек һоҡланырһын өсөн, уларҙы бәләкәйҙән үк хәстәрләргә кәрәк. Ә бының өсөн бөгөн хәҙер республиканың мәғариф учреждениеларында мөмкинлектәргә юл асылды.