Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
26 Ғинуар 2020, 14:10

Ғаиләнең ныҡлы терәге буласаҡ

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан#детибашкириисчастье#башҡортостанбалалары

Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы тәҡдиме менән Шишмә район хакимиәте ярҙамында Шишмә районындағы социаль приют бүлексәһендә "Калейдоскоп" балалыҡ академияһын асыу тантанаһы уҙҙы.
Сара “Демография” милли проекты бурыстарына ярашлы тормошҡа ашырылды.
Көндөҙ эшләйәсәк был төркөмдә балаларҙы үҫтереү һәм коррекция йүнәлешендә яңы хеҙмәт күрһәтеү ҡаралған. Сарала бик күп балалар, ата-әсәләр ҡатнашты.

“Коррекция-үҫтереү эшенең төп маҡсаты – баланы үҫтереүгә булышлыҡ итеү, уның эске мөмкинлектәрен асыу өсөн шарттар тыуҙырыу, уҡыуҙа һәм мөхиткә яраҡлашыуҙа тыуған ауырлыҡтарҙы еңеп сығыуҙа ярҙам итеү, ата-әсәләрҙең компетенцияһын күтәреүгә, балалары менән матур мөнәсәбәттә йәшәүгә булышлыҡ итеү.
“Коррекция-үҫеш эше балаларға, үҫмерҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам булыр, уларҙы үҫтереү майҙансығына әйләнер”, – тип белдерҙе "Ғаилә" район-ара үҙәге директоры Миләүшә Мырҙағәлина.

Хәҙер был төркөмгә балаһының бөтөн яҡлап камиллашыуын теләгән һәр ғаилә мөрәжәғәт итә ала, ниндәй социаль статуста һәм матди хәлдә булыуына ҡарамаҫтан. Белгестәр балаларға психологик, социаль-педагогик һәм социаль-психологик реабилитация, коррекция, физкультура-һауыҡтырыу ярҙамы күрһәтәсәк. Был эштә ата-әсә лә ҡатышып, үҙенең компетентлығын арттырасаҡ.

Әйткәндәй, әле Шишмә районында 181 инвалид, үҫешендә тайпылыу булған, уҡыуҙа ауырлыҡтар кисергән 400-ҙән ашыу бала йәшәй. Уларға ярҙам итерҙәй төркөмдөң асылыуы бик урынлы. Бында балаларына ярҙам алырға теләгәндәргә урынға килеп, ғариза тапшырырға кәрәк буласаҡ.

Автор фотолары.
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас: