Йәнтөйәк
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
25 Ғинуар 2020, 13:05

Милли ғилми үҙәктәр менән эш нығына

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Өфөгә йәнә табиптар һәм был өлкәлә эшләгән ғилми белгестәр йыйылды. Баш ҡалала милли фәнни-тикшеренеү үҙәктәре етәкселәре һәм белгестәре менән төбәк кәңәшмәһе бара. Сара ике көн дауам итәсәк.
Бөгөнгө әңәшмәлә Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин, республика Хөкүмәте Аппаратының социаль сәйәсәт департаменты директоры Зөлфиә Ғарифуллина, һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫры Ирина Кононова, Башҡорт дәүләт медицина университеты ректоры Валентин Павлов, республиканың медицина ойошмалары етәкселәре, милли фәнни-тикшеренеү үҙәктәре етәкселәре һәм белгестәре ҡатнашты.
Кәңәшмә “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыуға арналды. Белгестәр был йәһәттән тәжрибә уртаҡлашты, яңы файҙалы танышлыҡтар булдырҙы. Һөйләшеү башлыса халыҡҡа медицина ярҙамын күрһәтеү сифатын арттырыуға бәйле булды.
Пленар ултырыш шул иҫәптән видеоконференция форматында ойошторолдо. Илдең төрлө төбәктәрендә урынлашҡан медицина ғилми тикшеренеү үҙәктәре етәкселәре видео аша бәйләнешкә сығып үҙ тәжрибәләре тураһында һөйләне.
Иртәгә кәңәшмәлә ҡатнашҡан белгестәр дауаханаларҙа консультациялар үткәрәсәк.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: