Йәнтөйәк
0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
24 Ғинуар 2020, 11:11

Ғаризалар 70 меңдән ашып китте...

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Башҡортостан Хөкүмәтендә республика Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендә үткәрелгән “Транспорт сәғәте”ндә дәүләт идараһын һанлы үҫтереү министры урынбаҫары Динар Шәрәфетдинов “Юл эксперты” мобиль ҡушымтаһының эшмәкәрлеген анализлап сығыш яһаны.
Был мобиль ҡушымта былтыр апрелдә асылғайны, ошо арауыҡта халыҡтан ремонт талап иткән юл соҡор-саҡырҙарҙын күрһәткән 70 меңдән ашыу мәғлүмәт килгән. Уларҙың һаны буйынса Өфө ҡалаһы, Ҡырмыҫҡалы һәм Мишкә райондары алда бара. Был мәғлүмәттәрҙең 12 проценты федераль һәм төбәк әһәмиәтендәге юлдарға, 88 проценты ихаталарҙағы соҡор-саҡырға тура килә. Граждандарҙың был ҡушымтаны ҡулланғанда килеп сыҡҡан проблемаларын иҫәпкә алып, Динар Шәрәфетдинов халыҡтан ялыу йыйған был мобиль ҡушымта менән генә сикләнеп ҡалмаҫҡа, ә юл эшмәкәрлеген тотош көйләүгә һәләтле мәғлүмәт системаһы булдырырға тәҡдим итте.
Доклад һөҙөмтәһендә Радий Фәрит улы яҡын арала кәңәшмә йыйырға һәм мәғлүмәт системаларын индереү мәсьәләләрен ентекләберәк тикшерергә ҡушты. Был системалар “Төбәккә идара итеү үҙәге” проекты сиктәрендә комплекслы тормошҡа ашырылырға тейеш.
Фото: nnews.nnov.ru.
Читайте нас: