Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
22 Ғинуар 2020, 11:10

Һөт эскән бала сәләмәт була

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

“Демография” милли проектының “Башҡортостанда граждандарҙы сәләмәт йәшәү рәүешенә йәлеп итеү системаһын формалаштырыу, шул иҫәптән сәләмәт туҡланыу һәм насар ғәҙәттәрҙән баш тартыу” төбәк проектына ярашлы бөгөн Баймаҡ ҡалаһында “Һөт кухняһы” продукцияһын бушлай таратыу пункты асылды.
Яңы пункт ҡаланың Салауат Юлаев проспектындағы 31 йортта урынлашҡан. Һөт, ҡатыҡ, эремсек, йогурт һәм башҡа тәбиғи һөт ризыҡтары әлегә Белорет ҡалаһынан килтерәләсәк. Бындай һөт фабрика-кухняһы яҙ көнө Сибай ҡалаһында эшләй башлаясаҡ, ул сағында Баймаҡтың кескәйҙәре күршеләре етештергән һөт продукцияһы менән тәьмин ителәсәк.
Һөт ризыҡтары аҙ килемле ғаиләләрҙәге 3 йәшкә тиклемге балаларҙан тыш, йөклө һәм бала имеҙгән әсәләргә лә ҡаралған.
Әйткәндәй, бөгөн шулай уҡ Сибай ҡалаһында ла "Һөт кухняһы"ның бушлай таратыу пункты асылды.
Фото: Баймаҡ ҡала хакимиәте сайтынан.
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: