Йәнтөйәк
+7 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
19 Ғинуар 2020, 11:05

Фәнил Шәмиғолов “тыуған йорто"на ҡайтты

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Элекке һаулыҡ һаҡлау министры, 2010 - 2016 йылдарҙа Дим районы дауаханаһы баш табибы булып эшләгән Фәнил Шәмиғолов яңынан “тыуған йорто"на ҡайтты.
Баш табип вазифаһынан уны, сәбәбен аңлатып тормайынса, дүрт йыл элек эштән бушатҡайнылар, тип хәбәр итә ProUfu порталы.
Фәнил Шәмиғоловтың әйтеүенсә, ул үҙ тәжрибәһенең һәм белеменең республика мәнфәғәтенә хеҙмәт итәсәгенә бик шат. ”Эш күп, халыҡҡа медицина хеҙмәттәрен яҡшыртыу өҫтөндә эшләйһе лә эшләйһе”, - ти ул.
”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, тармаҡты йәш кадрҙар менән тулыландырыуҙа, квалификациялы табиптарҙы ылыҡтырыуҙа тап ошондай тәжрибәле, системаның үҙенсәлектәрен яҡшы белгән етәкселәргә таянырға була.
Фото:ProUfu
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: