Быйыл, "Һаулыҡ һаҡлау" милли проектына ярашлы, Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлауға 80 миллиард һумдан ашыу аҡса тотоноласаҡ. Былтырғыға ҡарағанда алты миллиард һумға күберәк тигән һүҙ. Был хаҡта һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдерҙе.
Министр әйтеүенсә, төбәктә кадрҙар мәсьәләһе ҡырҡыу ҡала. Былтыр айырыуса Сибай, Стәрлетамаҡ, Белорет ҡалаларынан һәм Күгәрсен, Белорет, Бәләбәй райондарынан табиптар күпләп киткән. Республика һәм федераль программалар ярҙамында был мәсьәләләрҙе хәл итеү планлаштырыла.