Республика Башлығы Радий Хәбиров Балтас районына эш сәфәре барышында "Аҡбар" хужалығы менән танышты. Кооператив етәксеһе Илдар Аҡбиров белдереүенсә, әле улар тауарҙы транспортировкалау буйынса цех төҙөү менән шөғөлләнәләр. Бында шулай уҡ ит консерваларын етештереүҙе, мал аҙығы әҙерләүҙе яйға һалырға йыйыналар.
Әле хужалыҡта 14 кеше эшләй. Республика етәксеһе кооператив эшенә ыңғай баһа биреп, теләк һәм дәүләт күрһәткән финанс ярҙам булғанда ауылда эш урындарын булдырырға мөмкин һәм кәрәк, тип белдерҙе.
Әйткәндәй, былтыр төбәктә ике ауыл хужалығы кооперативы бөтәһе 28,7 миллион һум күләмендә грант алды. Был сара ауылдарҙы тергеҙеү йәһәтенән ҙур ярҙам. Ошондай саралар төбәктә "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ тәҡдименә ярҙам" милли проектын бойомға ашырыуға булышлыҡ итәсәк.
#нацпроекты#национальныепроекты#регпроекты#региональныепроекты
Фото: БР Ауыл хужалығы министрлығы сайтынан.