Нәби һәм Яуымбай ауылдарында быға тиклем эшләгән фельдшер-акушерлыҡ пункттарында һыу һәм канализация үткәрелмәгән булған, биналарҙы мейескә утын яғып йылытҡандар. Хәҙер иһә барлыҡ уңайлыҡтар ҙа бар. Яңы ФАП-тарҙа 900-гә яҡын кеше хеҙмәтләндереләсәк, шул иҫәптән 28 бала.
Халыҡ мәнфәғәтендә башҡарылған был эш, алда әйтелгәнсә, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырылған. Милли проект хеҙмәткә һәләтле халыҡ араһында үлем осраҡтарын кәметеүҙе, кешеләрҙең сәләмәтлеген нығытыуҙы, медицина ойошмаларында белгестәргә ҡытлыҡты бөтөрөүҙе, граждандарға кәмендә йылына бер тапҡыр диспансерлаштырыу үткәреүҙе һәм башҡа ғәмәлдәрҙе маҡсат итеп ҡуя.