Былтыр апрелдә Туймазы үҙәк район дауаханаһы поликлиникаһында түшәмдәге панелдең емерелеп, алты айлыҡ сабый ятҡан коляска эргәһенә килеп төшкәнен күптәр хәтерләйҙер. Бәхетле осраҡ уларҙы бәләнән аралай.
Ә бөгөн бында өр-яңы поликлиника асылыу шатлығы бөтә көйөнөстәрҙе артта ҡалдырҙы. 336 миллион һумға төшкән бина “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы төҙөлдө. Өс ҡатлы поликлиника сменаһына 300 пациентты ҡабул итеүгә иҫәпләнгән.
Өҫтәүенә Туймазы районы хакимиәте башлығы Айҙар Суфиянов табиптар араһынан ике йәш ғаиләгә фатир асҡыстары тапшырҙы. Шул уҡ көндә кескәй пациенттарҙы ҡабул итергә лә өлгөрҙөләр.
Мәғлүм булыуынса, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты хеҙмәткә һәләтле халыҡ араһында үлем осраҡтарын кәметеүҙе, беренсе медик-санитар ярҙам күрһәткән медицина ойошмаларында белгестәргә ҡытлыҡты яйға һалыуҙы, граждандарға кәмендә йылына бер тапҡыр иҫкәртеү медицина тикшереүе үткәреүҙе һ.б. тәүмаҡсат итеп ҡуя. Уны 2019 – 2024 йылдарҙа тормошҡа ашырыу өсөн 1,7 триллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтеү планлаштырылған.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы