Йәнтөйәк
+4 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
11 Ғинуар 2020, 10:30

Йылайырҙа мәҙәни мираҫҡа иғтибар арта

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, үткән йылдың июль айында Йылайыр районында “Архитектура эҙҙәре” тип аталған Ленд-арт фестиваль үтте. Уның төп маҡсаты - тарихи ҡомартҡыларға иғтибарҙы арттырыу. Сара элекке баҡыр иретеү заводы биләмәһендә ойошторолдо. XVIII быуатта төҙөлгән был тарихи архитектура ҡомартҡыһы өлөшләтә генә һаҡланған. Ҡасандыр төбәктә киң танылыу тапҡан Преображенский заводының эске яғын да ремонтлау ҡарала.
Күптән түгел Йылайыр районында республика Хөкүмәте Премьер-министр урынбаҫары, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев булып китте. Район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин менән Преображенский баҡыр иретеү заводында булып, Владимир Путиндың "май" указдарына ярашлы, Рәсәй Туризм һәм эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм Мәҙәниәт министрлыҡтары ярҙамы менән “Мәҙәниәт” һәм “Туризм инфраструктураһын үҫтереү”, “Төбәккә инвесторҙар йәлеп итеү” милли проекттары сиктәрендә районға туристарҙы йәлеп итеү буйынса эшлекле һөйләшеүҙәр булды. Киләсәктә Ленд-арт фестивалдәрен үткәреү, төбәктең тарихи һәм мәҙәни объекттарын күрһәтеү, этнотуризмды, халыҡ кәсептәрен һәм шөғөлдәрен үҫтереү районға туристарҙы һәм ситтән инвесторҙарҙы йәлеп итеүгә ҙур этәргес булыры һыҙыҡ өҫтөнә алынды.
Әйткәндәй, Башҡортостандың мәҙәни мираҫы булған күсемһеҙ милек объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми тикшеренеү үҙәге тарафынан Йылайыр ауылында шағир Шәйехзада Бабичтың ғүмеренең һуңғы көндәре үткән йорт менән Советтар Союзы Геройы Андрей Серков эшләгән йорт, мәҙәни мираҫ объекттары булараҡ, Дөйөм дәүләт реестрына теркәлде.
Ысынлап та, йылайырҙарҙың туристарға күрһәтерлек тарихи ҡомартҡылары ла, матур тәбиғәте лә бар.
Фото: "Наследие Башкортостана" төркөмө сайтынан.
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: