Илебеҙҙә ҡабул ителгән һәм тормошҡа ашырылған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты юлдарҙағы фажиғәләрҙе булдырмауға, хәүефһеҙлекте тәьмин итеүгә йүнәлтелгән.
Әммә, аварияларҙа һәләк булғандар тураһындағы мәғлүмәттәрҙе, фронттан килгән сводкалар кеүек, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, көн дә ишетеп торабыҙ.
Кисә Учалы районында теркәлгән юл фажиғәһендә ике кеше һәләк була. Учалы-Межозерный трассаһының 7-се километрында «Дэу Нексия» автомобиле менән идара иткән Силәбе водителе юлдан төшөп китеп, ағасҡа бәрелә. Авария һөҙөмтәһендә 51 йәшлек водитель һәм уның 58 йәшлек ҡатыны алған йәрәхәттәрҙән фажиғә урынында йән бирә.
Юл һәләкәте сәбәптәрен асыҡлау буйынса тикшереү эштәре бара.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан