Кисә республикала булған аварияларҙа ике кешенең ғүмере өҙөлдө.
Береһе кис Өфөлә, Менделеев урамында була. 48 йәшлек водитель ҡатын “Фольксваген Поло” автомобилендә 60 йәшлек ирҙе тапата. Ул Сибай ҡалаһы кешеһе булып сыға. Авария һөҙөмтәһендә ир ваҡиға урынында һәләк була. ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ул юлды йәйәүлеләр өсөн тәғәйенләнмәгән ерҙән сығып барған.
Бөгөн төнгө икелә булған авария бигерәк аяныслы. Ул Благовар районында Бүздәк – Саҡмағош – Дүртөйлө автомобиль юлының 21-се километрында була. 21 йәшлек Бүздәк районы кешеһе “ВАЗ-2114” автомобилендә Саҡмағош ауылына китеп барған. Ул идараны юғалтҡан һәм күпер сикләүенә барып менгән.
Авария һөҙөмтәһендә урында 19 йәшлек пассажир ҡыҙ һәләк була. Уның игеҙәк һыңары йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатыла. Әле был эштәрҙе тикшереү бара.
Илебеҙҙә ҡабул ителгән һәм тормошҡа ашырылған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты тап ошо хәлдәрҙе яйға һалыуға, фажиғәләрҙе булдырмауға йүнәлтелгән. Тик кешеләр үҙҙәре хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәй тороп, аварияларҙа һәләк булғандарҙы кәметеүгә өлгәшеүе бик ауыр.