Йәнтөйәк
+15 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
4 Ғинуар 2020, 22:46

Әсәйем генә иҫән булһын!

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Яңы йыл байрамы көндәрендә лә Сәйетбаба ауылындағы китапхана гөрләп тора.
Китапханасы Илһөйәр Мортазина уҡыусыларҙың каникулын күңелле һәм файҙалы үткәреү өсөн күңелен һалып эшләй, шуға ла мәҙәни усаҡҡа балалар ихлас йөрөй. Байрамдың тәүге көнөндә уҡыусылар Ҡыш бабайға үҙҙәренең теләктәрен белдерҙе.
- Ҡыҙҙарҙың һәм малайҙарҙың теләген уҡып, уларҙың тормошҡа ҡарата мөнәсәбәтен, фекерләүен беләһең, - тине Илһөйәр Шамил ҡыҙы. - Берәүҙәр яҡшы уҡырға теләген белдергән, икенселәр “Әсәйем генә иҫән булһын!” тип яҙған. Ысынлап та, ошо баланың әсәһе йыш ауырый шул.
Әкиәт иленә сәйәхәт тә кескәйҙәргә оҡшаны. Яуызлыҡ, изге ғәмәлдәр хаҡында фекер алыштыҡ. Балаларҙың үҙ фекере булыуы ҡыуандырҙы.
Китапханала төрлө саралар дауам итә. Бөгөн улар һүрәт төшөрә.
Автор фотоһы.
Автор: Венер Исхаҡов
Читайте нас: