Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
4 Ғинуар 2020, 22:41

Аҡсаның инфекция таратыуы хаҡында иҫкәрттеләр

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Баҡтиһәң вирустар аҡса купюраларында ике аҙна буйы “йәшәй” икән.
Ғалимдар аҡсаның инфекция таратыуы хаҡында йәнә бер иҫкәрткән. Интерфакс белдереүенсә, ҡайһы бер илдәрҙә, мәҫәлән, Японияла аҡсаны антисептик матдәләр менән бергә баҫып сығаралар икән. Был илдә хатта аҡсаны махсус кер йыуыу машинаһында 200 градусҡа тиклем градуста йыуалар!
Роспотребнадзор хәбәр итеүенсә, аҡса грипты ла тарата. Был сир ваҡытында, ғәҙәттә, тән температураһы 38,5-39 градусҡа тиклем күтәрелә. Бынан тыш, тымау тейеү ҙә күҙәтелә, әммә уның, вирусты эләктергәндән һуң, өс-дүрт көн үткәс кенә килеп сығыуы ихтимал.
Сиргә тарымаҫ өсөн белгестәр сәләмәтлекте нығытырға, күберәк витаминдар эсергә, сынығырға кәңәш итә.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май Указдарына ярашлы раҫланған “Һаулыҡты һаҡлау” милли проекты ла халыҡтың сәләмәтлеген нығытыу, 2024 йылға тиклем уртаса ғүмер оҙайлылығын 78 йәшкә тиклем еткереү яҡлы.
Фото: kp.ru.
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас: