Йәнтөйәк
+15 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
3 Ғинуар 2020, 19:42

Иң көслө 70 ғаилә билдәләнә!

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

- Әсәй, атай, әйҙә Яңы йыл байрамына. Унда күңелле ярыштар була!

Был көндәрҙә һәр ғаиләгә бергәләп ял итеү, күңел асыу өсөн матур шарттар тыуҙырылды. Бөгөн республикабыҙҙың барлыҡ ҡала һәм райондарында “Ғаиләнең Яңы йыл уйындары – 2020” тигән үҙенсәлекле фестиваль башланды. Ул алтынсы ғинуарға тиклем “Көслө төбәк – быуындар сәләмәтәлеге” тигән проектҡа ярашлы бара.

«Был өр-яңы сара. Элек Башҡортостанда бындай дөйөм саралар булманы, - тине мәғариф министры Айбулат Хажин. - Уның маҡсаты ябай – ғаиләләрҙе берләштереү һәм нығытыу, сәләмәт тормош рәүешен таратыу, Яңы йыл байрамдарында халыҡтың ялын ойоштороу, балаларҙы спортҡа йәлеп итеү. Ғаилә уйындарында теләгән һәр кем ҡатнаша”.
Райондарҙа үткән ярыштарҙа еңеүселәр билдәләнәсәк һәм иң көслө 70 ғаилә 18 ғинуарҙа Өфөлә “Динамо” стадионында үтәсәк республика этабында ҡатнашасаҡ.
Әле ярыштар ҡыҙа. Әйҙәгеҙ, бөтәбеҙ ҙә әүҙем ҡушылайыҡ. Бәлки, ҡыҙыҡлы һәм көсөргәнешле уйындарҙа һеҙҙең ғаилә еңеп сығыр. Еңмәһәгеҙ ҙә, зарар юҡ. Саф һауала бергәләшеп уйнап, ярышып ҡайтыуға ни етә!
Фото: vk.com



Автор: Венер Исхаҡов
Читайте нас: