Йәнтөйәк
+15 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
2 Ғинуар 2020, 18:07

Милли проект Арлан халҡына ҙур ҡыуаныс бүләк итте

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

2020 йылды Краснокама районының Арлан ауылы халҡы ҡыуаныслы ваҡиға менән ҡаршы алды: бында Яңы йыл байрамы алдынан күп функциялы ауыл мәҙәниәт йорто асылды.
Мәҙәниәт йортон асыу сараһында ҡунаҡтарҙы милли аш-һыу, ҡул эштәре күргәҙмәләре һәм халыҡ таланттары тарафынан әҙерләнгән концерт менән һөйөндөрҙөләр. Был мәҙәниәт усағында 200 кешегә иҫәпләнгән тамаша залы, дискотека, ял һәм аралашыу биләмәләре, музей, физкультура-сәләмәтлек нығытыу залы бар. Әлеге көндә учреждениела 14 түңәрәк эшләп килә. Улар араһында “Кудыронгыр” мари халык фольклор коллективы һәм “Радуга” өлгөлө театр коллективы ла бар. Мәҙәниәт йортонда төрлө йәштәге 230-ҙан артыҡ кеше шөғөлләнәсәк.
Төбәктәрҙә яңы мәҙәниәт усаҡтарының асылыуы - әлбиттә, ҡыуаныслы күренеш. Быға Владимир Путиндың май указына ярашлы тормошҡа ашырылған “Мәҙәниәт” милли проекты ла булышлыҡ итә. Арлан ауылында асылған мәҙәни үҙәк тә күп милләтле төбәк халҡына оҙаҡ йылдар хеҙмәт итһен, кешеләрҙе үҙенә саҡырып, гөрләп эшләп торһон!
Фото: Краснокама районы хакимиәте сайтынан.
Автор: Самат Ғәлин
Читайте нас: