Йәнтөйәк
0 °С
Болотло
Антитеррор
Еңеүгә - 80 йыл
Баш
Рус
Тат
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
21 Декабрь 2019, 22:45
Милли проект: водителдәрҙе тикшереү ҡағиҙәләре үҙгәрә
#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
"Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары" милли проекты бурыстарына ярашлы, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре тарафынан водителдәргә алкоголь һәм наркотик ҡулланыуға экспресс-тест үткәрергә рөхсәт ителеүе ихтимал.
Алкоголь йәки наркотик билдәләре теүәл аңлашылмаған осраҡта ошондай ысулды ҡулланыуҙары бар. Экспресс-тест контактһыҙ алкоголь детекторы һәм һеләгәй тикшереү өсөн ҡағыҙ наркотест ярҙамында үткәрелергә мөмкин. Һүҙ медицина тикшереүе тураһында түгел, ә водителдәрҙе алдан тикшереү тураһында бара.
“Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты тәү сиратта юл-транспорт һәләкәттәрен кәметеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Уның ҡаҙаныштарының бер сараһы булып машина йөрөтөүселәрҙең торошон контролдә тотоуҙы көсәйтеү тора. 2024 йылға тиклем водителдәрҙе тикшереү өсөн 94 миллион экспресс-тест һатып алыу планлаштырыла.
Фото: zen.yandex.ru
Автор: Самат Ғәлин
https://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/Milli-proekt-voditeld-r-e-tikshere--a-i-l-re--g-r-48847/
Читайте нас: