Йәнтөйәк
+4 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
20 Декабрь 2019, 11:10

Дүртөйлөләр ҡыуаныр хәҙер

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыу барышында Дүртөйлө районының Сарлаҡ һәм Тәкәрлек ауылдарында яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункттары асылды.
ФАП-тарҙа бөтә уңайлы шарттар бар: һалҡын һәм ҡайнар һыу, канализация, электр ярҙамында йылытыу һәм елләтеү системалары урынлаштырылған. Шулай уҡ фельдшер һәм процедура кабинеттары, акушерлыҡ һәм санитар-көнкүреш бүлмәләре бар. Тәүге медицина ярҙамы балаларға ла, өлкәндәргә лә күрһәтеләсәк, прививкалар яһатыу, иҫкәртеү эштәре даими алып барыласаҡ. Яңы фельдшер-акушерлыҡ пункттарында 900-гә яҡын кеше хеҙмәтләндереләсәк. Дүртөйлөләр яңылыҡты ҡыуанып ҡаршы алды, яңы ФАПтарҙың буш тормауына, хәстәрлекле фельдшерҙар хеҙмәтләндереүенә йөҙ тота улар.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: