Ғ.Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһында киң күләмле тикшереү үткәрелде. Ғөмүмән, һуңғы ваҡытта клиниканың исеме аҙ телгә алынманы, үкенескә ҡаршы, нигеҙҙә тәнҡит күҙлегенән.
“Һаулыҡ Һаҡлау” милли проекты тармаҡты финанс яғынан ғына түгел, хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡын күтәреү, хеҙмәт шарттарын яҡшыртыу бурыстарын да үҙ эсенә ала. Ошо мәсьәләләр яйға һалынмағанда, миллиондарға төшкән юғары технологияларҙан файҙа булмаясаҡ. Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы республиканың иң ҙур дауаханаһында байтаҡ закон боҙоуҙарҙы асыҡланы.
Медицина учреждениеһында эш сәғәтенән тыш башҡарылған хеҙмәт иҫәбе алып барылмаған, тимәк, бер тин дә түләнмәгән. Хатта төнгө сменалар өсөн дә эш хаҡы алмағандар. Медиктар бушҡа эшләп йөрөгән булып сыға. Хеҙмәт килешеүҙәрендә лә хаталар күплеге асыҡланған, вазифаһы күрһәтелмәгән, бурыстары билдәләнмәгән документтар етерлек. Дәүләт хеҙмәт инспекцияһының матбуғат хеҙмәтендә әйтеүҙәренсә, сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән хеҙмәткәрҙәрҙең хоҡуҡтары боҙолоуына юл ҡуйылған. Улар өсөн ҡыҫҡартылған көн билдәләнмәгән, ә отпуск көндәре ике көнгә кәметелгән. Хеҙмәт закондарын һанға һуҡмаған медицина учреждениеһына 110 мең һумлыҡ штраф һалынған. Был яза тәртип урынлаштырырға ярҙам итерме?