Йәнтөйәк
+2 °С
Ҡар
Антитеррор
Еңеүгә - 80 йыл
Баш
Рус
Тат
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
16 Декабрь 2019, 05:59
Өфө колледжында – биш оҫтахана
#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Рәсәй Президентының май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектының “Йәш профессионалдар” программаһын тормошҡа ашырыу нигеҙендә быйыл федераль ҡаҙнанан грант биреү өсөн Башҡортостандан алты колледж һайлап алынды. Улар араһында Өфө дәүләт технология һәм дизайн колледжы ла бар. Грант аҡсаһы уҡыу йорттарының матди-техник базаһын яңыртыуға субсидия рәүешендә бүленә.
Ошо көндәрҙә Өфө дәүләт технология һәм дизайн колледжында биш оҫтахана асылды. Улар сәнәғәт дизайны, мода технологиялары, графикалы дизайн, идара итеүҙе документтар менән тәьмин итеү һәм архив эше, бөҙрәхәна сәнғәте кеүек йүнәлештәр буйынса хеҙмәттәрҙе күҙаллай.
– Оҫтаханаларҙың асылыуы – беҙҙең колледж өсөн мөһим һәм ҡыуаныслы ваҡиға. Әлбиттә, конкурс ғәмәлдәрен үтеү өсөн башта ҙур тырышлыҡ һалырға тура килде, – тине уҡыу йорто директоры Леонид Васильев. – Беҙ конкурста “Сәнғәт, дизайн һәм хеҙмәтләндереү өлкәһе” тигән йүнәлештә еңеп сыҡтыҡ. Студенттар, бигерәк тә беренсе курстар, шатланды, сөнки мәғариф учреждениеһының матди-техник базаһы белгестәр әҙерләүҙә ҙур әһәмиәткә эйә. Студент тейешле ҡорамалдар, уҡыу программалары һәм шарттар булдырылмаған уҡыу аудиторияһына килә икән, тимәк, белем кимәле лә түбән була. Йәштәрҙе, иң элек, ҡыҙыҡһындырырға, уҡырға теләк тыуҙырырға кәрәк.
Фото: gtrk.tv
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас: