Йәнтөйәк
0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
12 Декабрь 2019, 11:25

Милли проект буйынса 20 фотовидеотеркәү комплекстары алына

#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты, #регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

Башҡортостан биләмәһендәге федераль юлдарҙа фотовидеотеркәү камералары ҡабаттан эшләй башлаясаҡ
Башҡортостан биләмәһендәге федераль юлдарҙа фотовидеотеркәү камералары ҡабаттан эшләй башлаясаҡ. Уларҙы, ведомство-ара килешеү булдмағанға, сентябрҙә һүндереп торғайнылар. Федераль үҙәк камераларҙы кем ҡараясағын билдәләне. Улар Росавтодор ҡарамағында буласаҡ, тип хәбәр итә Йәшлек.
Башҡортостандағы федераль трассаларҙа 1 июлгә ҡарата алтмышҡа яҡын камера бар ине. Дөйөм алғанда, йыл аҙағынаса фотовидеотеркәү комплекстары һаны 540-ҡа етәсәк. Шуларҙың 62-һе республика ҡаҙнаһы иҫәбенән алына, 20-һе "Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары" милли проекты буйынса, ҡалғандары сервис контрактына ярашлы.
Киләһе йылда тағы ла 459 камера алыу күҙаллана. Штрафтар төбәк бюджетына бара. Авариялар һаны кәмегән, үлеүселәр ҙә әҙәйгән. Был ыңғай динамика. Йыл башынан алып, ун айҙа ДТП-ла һәләк булыусылар һаны 18,2 процентҡа әҙерәк. Йәрәхәттәр алыусылар ҙа кәмей. Дөйөм алғанда, юл-транспорт ваҡиғалары 6,3 процентҡа әҙәйгән.
Читайте нас: