Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
8 Декабрь 2019, 21:35

Уны түҙемһеҙлек менән кѳтәләр

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Башҡортостан Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәре буйынса, Зинин һәм Нуғай ауылдарына тимер юл аша юл үткәргесен тѳҙѳү 2020 йылдың икенсе яртыһында башланасаҡ.

Әле уның проекты экспертиза үтә. Ҡоролманың проектына 55 миллион һум бүленгән, тѳҙѳлѳш-монтаж эштәренең хаҡы яҡынса 960 миллион һумға тѳшәсәк. Юл үткәргесен төҙөү был ерҙә тығынды бөтөрәсәк, шулай уҡ йыш теркәлгән аварияларҙың кәмеүенә булышлыҡ итәсәк. Алдағы йылдарҙа ике ауылда алты меңгә яҡын йорт төҙөлөүе көтөлә, тимәк, был тарафтарға йөрөгән транспорт һаны тағы меңәрләп артасаҡ.

Яңы юл үткәргесте әлеге юлдан 40 метр ситтә тѳҙѳргә йыйыналар, ә уның проекты икенсе – Ѳфѳнѳ урап үткән тимер юл һалыу мѳмкинлеген иҫәпкә алып әҙерләнгән. Икенсе тимер юл йѳк поездарына баш ҡаланы кѳньяҡтан урап үтеү мѳмкинлеген бирә.

Нуғай ауылы йүнәлешендәге юл үткәргесен тѳҙѳү - Рәсәй Президенты Владимир Путин тарафынан ҡабул ителгән "Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары" милли проектын бойомға ашырыуҙаң бер этабы.
Фото: Rbtoday.ru
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас: